Август аҙағына тиклем Башҡортостанда 800-ҙән ашыу ауыл хужалығы ойошмаһын, 4 мең крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 700 меңгә яҡын баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк. Был эшкә ике мең самаһы кеше йәлеп ителгән. Иҫәп алыусыларҙың Шишмә районындағы эшмәкәрлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, Шәйәхмәтовтарҙың ишеген газсылар менән бергә иҫәп алыусылар ҙа шаҡыны. Һуңғылары был йортта биш йыл элек кенә булып киткән. Ошо ваҡыт эсендә хужалар мал-тыуарын ишәйтеп, баҡсасылыҡҡа бирелгән. Хәҙер бында йәшелсә-емештең ниндәй генә төрө юҡ?! Хатта беҙҙең климат шарттары өсөн ят булған культураларҙы ла осратырға мөмкин.
Хужалар иҫәп алыусыға күпме мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрауы, ер участкаһы майҙаны, ниндәй культуралар үҫтереүҙәре тураһында һөйләне. Махсус формалағы белгес был яуаптарҙы шунда уҡ планшет компьютерға теркәп барҙы.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы бер граждандар хужалыҡтарындағы теүәл һандарҙы әйтергә ашыҡмай. Улар иҫәп алыу һөҙөмтәләренең башҡа маҡсаттарҙа ҡулланылыуы, атап үткәндә һалым өҫтәлеүенә бәйле булыуы мөмкин тигән фекерҙә. Әммә ысынбарлыҡта ауыл хужалығындағы статистика мәғлүмәттәрен алыу тәү бурыс итеп ҡуйыла.
Авгус аҙағына тиклем Шишмә районында 23 ауыл хужалығы ойошмаһын, 71 крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 14 меңдән ашыу баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк. Был эшкә барлығы 36 кеше йәлеп ителгән.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ быйыл декабрҙә яһалыр тип көтөлә. Ә тулы мәғлүмәттәр киләһе йыл аҙағында донъя күрәсәк.
Илдар Байбулатов




