2019 йылда Александр Македонский осорона ҡараған курғандарҙы ҡаҙыу донъя күләмендәге ваҡиғаға әйләнде. Бер метр тәрәнлектә палеолит осорона ҡараған артефакттар ҙа табылған.
Ғалимдар билдәләүенсә, таш конструкция өлөштәре кеше тарафынан беҙҙең эраға тиклем 4 быуатта төҙөлгән. Иртә тимер дәүерендәге мавзолей квадрат формаһында. Уның стеналары ҡасандыр емерелеп, ер ҡатламы аҫтында ҡалған.
Күсем ауылы янындағы «Төнъяҡ Амурҙары» археологик экспедицияһы 2019 йылда эшләй башлай. Үткән йылда курғанда ҡаҙыныуҙар дөйөм ҡатламда урта быуаттың мәҙәни ҡатламын асыҡларға мөмкинлек биргән.
Гүзәл Борханова




