Башҡортостанда алкоголде һатыу буйынса яңы ҡағиҙәләр индерелә

Башҡортостан Республикаһында ресторан һәм кафеларҙа алкоголде һатыу ҡағиҙәләре үҙгәрергә тейеш. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары законға төҙәтмәлерҙе әҙерләгән дә инде. Уларҙы 22 февралдә төбәк парламентының пленар ултырышында тикшерәсәктәр.

Фото №1 - Башҡортостанда алкоголде һатыу буйынса яңы ҡағиҙәләр индерелә

Һүҙ республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының яңы мөмкинлектәре тураһында бара. Әгәр проект ҡабул ителһә, ведомство алкоголде берәмләп һатыу лицензияһын магазиндарға ғына түгел, йәмәғәт туҡланыу урындарына ла биреү хоҡуғына эйә буласаҡ. Шулай уҡ дәүләт комитетына алкоголь һатыу буйынса урындағы тыйыуҙар тураһында федераль үҙәккә отчет биреп торорға кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, республикала Һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәрҙе һатыу ҡәтғи тыйылған.

Был проект федераль законға төҙәтмәләр индерелгәндән һуң әҙерләнеүен белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Волна
Акции БСТ