Мәскәүҙә Ҙур театрҙа "Дон Кихот" операһы премьераһы Башҡортостандың мәҙәни презентацияһы тип баһаланды. Премьерала Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров етәкселегендә Республика делегацияһы ҡатнашты. "Башҡортостан үҙенсәлекле төбәк. Рәсәйҙә барыһы ла уны тәрән мәҙәниәтле төбәк итеп белә, шуға республиканы танытыу буйынса төрлө йүнәлештәрҙә эш алып барыла. Иң мөһимдәренең береһе - мәҙәниәт. Башҡортостандағы һымаҡ коллективтар Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһай ала", - тине Андрей Назаров.




