Миәкә районының Днепровка ауылы янында күпер төҙөкләндерелде. Ул быйыл яҙ ташҡында емерелә. Ауыл халҡы Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Был хәбәр район хакимиәтенә еткерелә, күпер тиҙ арала ремонтлана. Миәкәбаш ауыл биләмәһе башлығы Рәсимә Булатова һөйләй.






