Башҡортостан хужалыҡтары быйыл 2 меңдән ашыу техника алған. Ошо маҡсатта 7 миллиард һум тотонолған. Был уҙған йылдағынан 18 процентҡа күберәк. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, быйыл кәмендә 2 миллион тонна иген үҫтерелгән. Хәҙер уны ваҡытында һәм тәләфләмәй йыйып алырға кәрәк. Яңы техника бындай мөмкинлек бирә, тине ул.




