3 августа Өфө-Дим метеостанияһында термометр 36 градустан юғары температура күрһәткән. Быға тиклем иң юғары температура 2000-се йылда булған. Ул ваҡытта 35 градусҡа тиклем эҫеткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһы бөгөн урыны менән +38 градусҡа етә. Көньяҡ райондарҙа урман янғыны сығыу хәүефе арта. Йәйге селлә кеше һаулығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланғандарға ауырға тура килә. Ҡояш аҫтында оҙаҡ йөрөгәндә эҫе ҡабыуы мөмкин. Шуға ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәрәк. Терапевт Алһыу Мөхәмәтшинанан кәңәштәр.






