Улар араһында 15 йәшлек үҫмер ҙә бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бала Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында батҡан. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар Дүртөйлө эргәһендә һыуҙан сығарған. Бәхетһеҙ осраҡтар шулай уҡ Шишмә районында Ҡалмаш һыуһаҡлағысында һәм Өфөлә теркәлгән. Баш ҡаланың Максим күлендә батҡан 21 йәшлек егеттең кәүҙәһен әле водолаздар эҙләй. Ул ҡараңғы ваҡытта дуҫтары менән һыу ингән. Белгестәр әйтеүенсә, һәләк булыусыларҙың күбеһе эскән килеш һыуға төшә йәки рөхсәт ителмәгән урында йөҙә. Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға, рәсми ҡомлоҡтарҙа ғына һыу инергә һәм балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа өндәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.






