Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә.
Елдең тиҙлеге секундына 22 метрға етеүе ихтимал. Көслө ел иҫкәндә ағас, юл билдәләре, реклама таҡталары һәм электр сымдарына яҡын тормаҫҡа өндәй. Башҡортостандың көньяғында һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә. Белгестәр эҫелә күберәк һыу эсергә, саф һауаға сыҡҡанда баш кейеме кейергә кәңәш итә.






