Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән ун мең һумлыҡ түләүҙе ярты миллиондан ашыу бала алған. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм сығымдар 5 миллиард 191 миллион һум тәшкил иткән.
Түләүҙәр 128 кредит учреждениеһы аша тапшырыла. Балалары өсөн социаль ярҙам алған ғаиләләр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Уйынсыҡ машина тиҙлегендәй йәйге каникул да тиҙ үтеп бара, мәктәпкә әҙерләнергә ваҡыт. Маркеловтар ғаиләһендә өс бала, уларҙың икәүһе – уҡыусы. Арнелла ун беренсе, ә Егор алтынсы синыфҡа бара.
Яңы уҡыу йылына кейенергә, кәрәк-яраҡтар һатып алыуға һәр ҡайһыһына унар мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ата-әсә ҡыуанысына, ил Президенты ҡушыуы буйынса был түләүҙәр билдәләнгән датанан ике аҙнаға алдараҡ килде.
Маркеловтар ғаиләһе мәктәп баҙарына барырға йыйына. Унда иһә мәктәп йәшендәге балаларға дәүләттән ун мең һумлыҡ ярҙам алыусылар быуа быуырлыҡ. Благовар районынан Килмәмәтовтар ғаиләһе лә улдарына костюм алырға Өфөгә килеп еткән. Малайҙар оҙаҡ һайланмай, үҙҙәренә оҡшаған пиджәк һәм салбарҙы тиҙ таба.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алты йәштән ун һигеҙ йәшкәсә балаларға тәғәйенләнгән. Тик тыуған көндәре 2003 йылдың 3 июленән 2015 йылдың 1 сентябренә тиклем билдәләнергә тейеш. Ғаиләлә бер нисә мәктәп йәшендәге бала булған осраҡта, матди ярҙам һәр ҡайһыһына айырым бүленә
Шулай уҡ матди ярҙамға 18 йәштән 23 йәшкәсә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа дәғүә итә. Мотлаҡ талап – мәктәп йә интернатта белем алыу. Ғаризаны 1 ноябргә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йә пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә барып тапшырырға мөмкин. Түләүҙәр федераль ҡаҙнанан башҡарыла, ғаилә башҡа социаль ярҙам сараларына дәғүә иткәндә дөйөм килемдә иҫәпкә алынмай.
Гөлназ Хәйбуллина




