Һөйөнсө! Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес 15 августа асыла

Юлсылар уны ваҡытынан алда төҙөп бөтә. Ярты йыл буйы баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтарының баш бәләһенә әйләнгән тығындарҙан ҡотолоп буласаҡмы? Объектта БЮТ каналының ижади төркөмө булды.

Әле эшселәр асфальт ҡатламы түшәй, кәртәләр , яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла. Зәки Вәлиди урамы һәм Дуҫлыҡ монументы йүнәлешендә берәр һыҙат өҫтәлеп үткәүел киңәйтелгән, хәҙер ул алты һыҙаттан тора. Төп эштәр финалына яҡынлаша ти, юлсылар.

Төҙөлөштә тик Рәсәйҙә етештерелгән материалдар ҡулланылған. Объект өсөн республика ҡаҙнаһынан 900 миллион һум аҡса бүленгән. Уның яртыһы үҙләштерелгән.

Күпер асылғандан һуң да әле светофорҙар урынында ҡала.Сөнки үткәүелгә боролоштарҙы ремонтлау дауам итәсәк. Уларҙы төҙөкләндергәндә Салауат Юлаев проспектында юл төнгө ун икенән таңғы бишкә тиклем ваҡыты менән ябылып торасаҡ.

Объект тулыһынса киләһе йылдың 12 июнендә файҙаланыуға тапшырыла. Быйыл октябрҙә иһә Ағиҙел аша яңы күперҙе төҙөп бөтөү ҡаралған.

Фото №1 - Һөйөнсө! Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес 15 августа асыла

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ