Айыҡлыҡ конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙа хәмер һатыуҙы тулыһынса тыйыу тәҡдим ителә

“Айыҡ ауылдарҙа” хәмер һатмаҫҡа! Йәмәғәтселек республика конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙа спиртлы эсемлектәрҙе сауҙаға сығармауҙы хуплай. “Был ауылдар ысынлап та айыҡ булырға, исеме есеменә тап килергә тейеш”, - тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты  Зариф Байғусҡаров. Уның һүҙҙәренсә, мәсьәләне ҡанундар нигеҙендә хәл итергә мөмкин.

Айыҡлыҡ конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙа хәмер һатыуҙы тулыһынса тыйыу тәҡдим ителә

Айыҡ ауылдарҙа халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тейеш, ти Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева.

Айыҡлыҡ конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙа хәмер һатыуҙы тулыһынса тыйыу тәҡдим ителә

Йәмәғәтселәр фекеренсә, “Айыҡ” тип йөрөтөлгән ауылдарға ингән урында баннерҙар ҡуйырға кәрәк. Унда спиртлы эсемлектәр һатыу һәм ҡулланыу тыйылыуы тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.

Фото №1 - Айыҡлыҡ конкурсында  еңеү яулаған ауылдарҙа хәмер һатыуҙы  тулыһынса  тыйыу тәҡдим ителә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ