Августың икенсе декадаһында мәктәптәр әҙерлек тураһында документ алырға тейеш. Һәр мәктәп, балалар баҡсаһын ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡулланыусылар хоҡуҡтары яҡлау хеҙмәте, башҡа ведомстволар белгестәре составындағы комиссия тикшерә. Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбе яңы уҡыу йылына 98 уҡыусы ҡабул итә, 1-се класҡа 9 бала бара. Химия, биология, физика һәм технология, ял итеү бүлмәләре төҙөкләндерелгән. Быйылдан “Үҫеш нөктәһе” кабинеты эшләй башлай. Ремонт эштәрен тамамланыҡ, комиссия көтәбеҙ, ти мәктәп директоры Таңһылыу Харунова:
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Республика конференцияһы Өфөлә 13 августа уҙа.




