Учалы районында "Вакцинацияландыҡ. Ә һеҙ?" тигән флешмоб бара. Акция "Сәләмәт ауыл" проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ахун ауылы хакимиәтендә башлаған сараны башҡалар ҙа дәррәү күтәреп алған. "Флешмобтың маҡсаты: шәхси өлгөбөҙҙә прививка эшләтеүҙең мөһимлеген күрһәтеү, вакцинацияланған хәлдә, үҙебеҙҙе генә түгел, әйләнә-тирәләге кешеләрҙе лә һаҡлайбыҙ",- ти Уральск ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Ғарипова:
Учалы районында 18 ауыл биләмәһе бар.




