Апрелдән бөгөнгә тиклем республикала 248 урман янғыны теркәлгән. 3 мең гектарға яҡын биләмә зыян күргән. Үткән тәүлектә бер нисә районда ут сыҡҡан. Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров:
Диспетчер пунктының телефоны: 218-14-14, Өфөнөң коды: 347. Башҡортостан Башлығы урманды янғындан һаҡлаусыларға рәхмәт белдерҙе. “Республикала янғын һағының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә. Яңы деполар төҙөлә, Учалы районында махсус станция ойошторолдо, техника һатып алына, урман биләмәләрен патруль күҙәтеүе финанслана. 2022 йылдан Күмертау авиация заводында етештерелгән вертолетты әүҙем ҡулланыу планлаштырыла, тип билдәләгән Республика башлығы.




