Саҡмағош районында көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, район үҙәгендә ямғыр ваҡытында ел күтәрелеп торлаҡ йорттарҙың, кибет һәм ике мәктәптең ҡыйыҡтары емерелеп төштө. Әлегә район яҡынса 15 миллион һумға зыян күргән тип иҫәпләнә. Бәхеткә ғәҙәттән тыш хәл осоронда йәрәхәтәленеү осраҡтары теркәлмәгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Саҡмағош ауылында йәшәүселәр биләмәлә үткән дауылды иҫкә алып әле булһа ла ҡурҡыуын йәшерә алмай. Киске сәғәт алтырнан һуң көслө ямғыр башланып ауылда ғәрәсәт күтәрелгән. Фильмдағы кадрҙарҙы хәтерләткән дауыл күп фатирлы йорт ҡыйыҡтарын, тәҙрәләрҙе емереп ташлаған. Тыныслыҡ урамында йәшәүселәр әйтеүенсә, район тарихында был тиклем ҡурҡыныс тәбиғәт стихияһы тәүге тапҡыр теркәлгән.

Күҙ асып йомған арала ҡот осҡос дауыл йорттарҙың һәм «Магнит» кибетенең ҡыйығын емереп төҙөлөш материалдарын уйынсыҡ урынына туҙҙырып йөрөткән. Биләмәлә түбәләрҙән тыш электр сымдары ныҡлы зыян күргән, әммә дөйөм тырышлыҡ менән йорттарға ут төндә уҡ ҡайтарылған. Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр һәм район хакимиәте ярҙамы менән аҙна дауамында ҡыйыҡтар тәртипкә килтереләсәк.

Ҡотҡарыусылар төҙөкләндереү эштәрен мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға ниәтләй, сөнки тағы ла дауыл сыҡһа емерелгән конструкциялар бөтөнләй ишелеп төшөүе ихтимал.

Тәбиғәт ғәрәсәте Өфө районы Булгаков ауылындағы «Магнит» магазины ҡыйығын алып һелтәгән, дауылда ике автомобиль зыян күргән. Ошондай уҡ хәл Ауырғазы, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә һәм Шаран райондары ла күҙәтелгән. Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында тиҫтәләгән объект ҡыйыҡһыҙ ҡалған.

Фото №1 - Саҡмағош районында көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ