Ошо арала табиптарҙың барыһы ла коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтәсәк, тине Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Кеше сәләмәтлеге һағында тороусыларға башҡа бер кемгә лә булмаған кеүек яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәре вакцинаға аңлы рәүештә ҡарай. Беренсенән, улар үҙҙәрен һаҡлаһа, икенсенән, йоғошло сирҙән тирә-йүндәгеләрҙе, ә иң мөһиме үҙ ғаиләләрен аралай. Ковид-19 пандемияһын туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы тураһында киләһе репортаж.
Рәмил Ишбулдин көн дә тиерлек тиҫтәләгән кеше ғүмерҙәре ҡотҡара. Уның еңел ҡулы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә йән өрә. Ҡатмарлы операциялар уҙғарыуға пандемия кәртә түгел. Шулай ҙа йоғошло сирҙән һаҡланыу төп талап. Пациенттар ҙа, тәү сиратта табиптар үҙҙәре лә прививка яһатҡан булыуы шарт. Сөнки йөрәк ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн ҡурҡыныс сирҙең йоғоуы үлемгә тиң. Хирургтар үҙҙәре лә һәр ваҡыт сафта булыуы мөһим.
Кардиология үҙәге коллективы ярайһы уҡ ҙур – 940 кеше. Шул иҫәптән ни бары 13 медицина хеҙмәткәре генә вакцина яһатмай ҡалған. Уларҙың да бер нисәүһенә привика эшләтеү рөхсәт ителмәгән. Баш табип әйтеүенсә, йөрәк ауырыуҙарын дауалаған ерҙә коронавирус хәүефе булырға тейеш түгел. Сөнки ниндәй генә сир йоҡмаһын тәү сиратта йөрәккә көс төшә һәм пациентты дауалау ауырлаша.
Әле республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләүселәрҙең 85 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан да инде. Әлбиттә, барыһы ла аңлы рәүештә, үҙ ирке менән прививка эшләтә, тип әйтеп булмай, ти Максим Забелин. Әммә табиптар коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡта һәм тап улар тәү сиратта һаҡланған булыуы шарт.
Коллектив иммунинтет булдырыу өсөн халыҡтың кәм тигәндә алтмыш проценты, йәғни 18 йәштән өлкән 1 миллион 8 йөҙ мең кеше вакцинацияланған булыуы шарт. Әле республикала был күрһәткес миллионға яҡынлаша. Ошо арала коронавирусҡа ҡаршы привика эшләтеүселәр һаны тағы ла күбәйәсәк. Башҡортостан сираттағы партия 105 мең доза вакцина аласаҡ.
Айнур Кәбиров




