Бының өсөн уларға поликлиникала сиратта торорға тура килмәне. Коллектив бары тик медицина хеҙмәткәрҙәрен ойошмаға саҡырҙы. Ваҡиға урынынан БЮТ каналының ижади төркөмө әҙерләгән яҙма.
Күмәк көс, коллектив иммунитет менән генә коронавирусты туҡтатырға мөмкин. Шуға ла урындағы почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре эш урынында уҡ прививка яһатты. Уларға район элемтә үҙәге белгестәре лә ҡушылды.
Медицина белгестәре прививка яһатырға теләүселәрҙең артыуын билдәләй. Әгәр ҙә быға тиклем сменаһын 5-6 кеше булһа, хәҙер иһә вакциналау пунктарындағы сират - ғәҙәти күренеш. Шул уҡ ваҡытта, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яман шеш менән сирлеләрҙе дауаланыу алдынан ике аҙна алдан вакцина алырға саҡыра.
Коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу эшен әүҙемләштереү маҡсатында районда “Прививка яһат та бүләк от” акцияһы иғлан ителде.
Пандемия осоронда Мәкерле вирус менән көрәш алып барыуҙа бар ысулдар ҙа яҡшы. Иң мөһиме, уның һөҙөмтәһе булып ҡотҡарып алынған кеше ғүмерҙәре, һаулығы булырға тейеш.
Әлфиә Хәмитова




