Ҡоролоҡ уңыш ҡеүәтен кәметте.
Май урталарынан башлап төбәктә туҡтауһыҙ ҡоро елдәр иҫә.Был үҙ сиратында күп кенә майҙандарға насар тәьҫир итә. Ҡурҡыныс агрометрологик күренештәр 311 мең гектар майҙанда күҙәтелә, һөҙөмтәлә 150 мең гектарҙа сәсеүлектәрҙә үҫентеләр һәләк булған.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, районда тәүгеләрҙән булып «Таналыҡ» һәм Урал Закировтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ураҡҡа тотондо. Игенселәр 33 мең гектарҙа уңыш йыйып аласаҡ.
Гүзәл Борханова






