Шишмә районы үҙәгендә һөт кухняһы асылды

Унда Октябрьскиҙа етештерелгән һөт ризыҡтары таратыла. Һөт аҙыҡтары менән бушлай өс йәшкәсә 250 нән ашыу льготалы категорияға ҡараған ғаилә тәьмин ителәсәк. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.

Күп балалы әсә Елена Биктимерова кесе һөт аҙыҡтары ала. Быға тиклем Шишмәлә бындай продукция дарыуханала таратылған. Элеккеһе Башҡортостандан ситтә етештерелгән булһа, яңы пунктта Октябрьскийҙыҡы.

Пункт Яңы урам 2а адресы буйынса ауылдың үҙәгендә урынлашҡан. Социаль программа буйынса продукция дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә таратыла. Һөт аҙыҡтарының һаҡланыу ваҡыты өс тәүлектән биш тәүлеккә тиклем. Улар тотош һөттән һәм әсеткенән генә тора. Йогурттарға емеш-еләк ҡатнашмаһы һәм витаминдар ҡушыла.

Октябрьскийҙағы производство Үрге Йәркәйҙән килтерелгән сеймал менән эшләй. Һөт, ҡаймаҡ, кефир , йогурт – бөтәһе лә бөгөн генә етештереү линияһынан сыҡҡан. Социаль программа буйынса ҡулланыусыға уны шул уҡ көндө алып барып еткереү ҡаралған. Һөт ашамлыҡтарын пунктта һатып та алырға мөмкин.

Һөт кухнялары 2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тергеҙелә башланы. Балалар өсөн махсус ашамлыҡ шулай уҡ Өфө, Нефтекама, Сибай һәм Стәрлетамаҡта эшләнә.

Продукция һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә балаларға һәм йөклө, бала имеҙеүсе ҡатындарға тәғәйенләнә. Үҙебеҙҙә етештерелгән натураль продукцияны бушлай алыу берҙән ғаилә бюджетына ярҙам булһа, икенсенән, уның менән туҡланыу балалар һаулығына ыңғай йоғонто яһай.

Фото №1 - Шишмә районы үҙәгендә һөт кухняһы асылды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ