Рәсәй көрәш федерацияһы президенты Михаил Маммиашвили Өфөлә йәштәр араһында көрәш буйынса донъя беренселегенең үтә мөһим булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, был турнир еңеүселәренең күбеһе киләһе Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ.
Өфөлә үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселеге 11 августа башлана. Унда 60-ҡа яҡын илдән, 1 мең ярымдан ашыу спортсы ҡатнаша.




