Республикала төнгө тынлыҡты боҙоусылар яуапҡа тарттыла

Башҡортостанда төндәрен тынлыҡты боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу буйынса эштәрҙе ҡарау тәртибе үҙгәрә. Әле ҡарарҙы административ комиссиялар сығара. Был күп ваҡытты ала, йыш ҡына закон боҙоусылар яуапҡа тарттырылмай. Хәҙер төнгө тынлыҡты боҙоусылар эшен мировой судъялар ҡарауына тапшырыу тәҡдим ителә. Административ кодексҡа төҙәтмәләр әҙерләнгән, закон проекты республика парламентында ҡарала. Төнөн тынлыҡты боҙоусы граждандарға 3 мең һумға тиклем штраф һалына.

Фото №1 - Республикала  төнгө тынлыҡты  боҙоусылар яуапҡа тарттыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ