Һәләк булыусылар араһында 15 йәшлек үҫмер ҙә бар. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүҙәренсә, бала Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында батҡан. Уның кәүҙәһе Дүртөйлө эргәһендә һыуҙан сығарылған. Бәхетһеҙ осраҡтар шулай уҡ Шишмә районында Ҡалмаш һыуһаҡлағысында һәм Өфөлә Ағиҙел йылғаһында теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.






