Башҡортостандан Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 13 фирҡәнән 63 кандидат дәғүә итә

Республиканан ил парламентына депутатлыҡҡа 13 фирҡәнән 63 кандидат дәғүә итә. Уларҙың дүртәүһе үҙен-үҙе күрһәтеүселәр.  Иң йәш кандидатҡа - 23, өлкәненә  - 73 йәш. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Рәсәй буйынса ошондай һандар. 6 мең 415 кандидат һайлауҙа ҡатнашыу өсөн документ тапшырған. Улар араһында танылған шәхестәр ҙә бар. Мәҫәлән, публицист һәм журналист  Анатолий Вассерман, телевидение алып барыусыһы Сангаджи Тарабаев, йырсылар Татьяна Буланова һәм Виктория Дайнеко. Ил парламентына 450 депутат һайлана. “Конкуренция ҙур буласаҡ”, - ти сәйәсәт белгестәре. Тауыш биреү 17, 18, 19 сентябрҙә үтә.

Фото №1 - Башҡортостандан Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 13 фирҡәнән 63 кандидат дәғүә итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ