Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан

Аҡ халатлылар башлыса «Гам-Ковид-Вак» препаратына өҫтөнлөк бирә. Был турала төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте. Бөгөнгә республикала йәшәүсе ете йөҙ меңдән ашыу кеше вакцинацияның ике этабын үткән, беренсе компонент ҡаҙатыусылар менән бергә был күрһәткес миллионға яҡынлаша.

Белгестәр билдәләүенсә, тажлы вирусты тик коллектив иммунитет булдырып ҡына еңергә мөмкин. Прививка яһатыусылар сирҙе йоҡторған осраҡта ла, уны еңел формала үткәрә.

Вакцина сирҙең ауыр эҙемтәләренән йөҙ процентҡа һаҡлай. Клиник тикшеренеүҙәр буйынса, Спутник V кеше иммунитетын нығытыуҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Прививка ҡаҙатыусылар араһында дауаханаға эләгеүселәр ҙә юҡ кимәлдә.

Рафаэль Яппаров, СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм көрәш буйынса республика үҙәге баш табибы
Фото №1 - Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ