Йәш медицина хеҙмәткәрҙәрен эштә пациенттар менән аралышыуға өйрәтеү проекты илдең ун төбәгендә, шул иҫәптә Башҡортостанда алып барыла. Өфөлә Мәскәүҙән килгән белгестәр менән был турала түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Уның маҡсаты төбәктә өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлегенә иғтибар бүлеү һәм уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ йәш белгестәрҙе үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп үҫтереү, халыҡ аҙ йәшәгән ерҙә һәм ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһы мәсьәләләрен яҡтыртыу.
Александр Розанов, Н.И.Пирогов исемендәге Рәсәй Милли тикшеренеү медицина университетының төбәк үҫеше һәм федераль проекттар буйынса директоры ярҙамсыһы
«Һүҙ ҙә дауалай» тип аңлатырға мөмкин был проект нигеҙен. Килгән сирлеләргә ихтирам менән мөғәләмә итеү тураһында ул. Медицина хеҙмәткәрҙәре яғынан пациенттарға тупаҫлыҡ булмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, табип бүлмәһенә килеп ингән кешене нисек ҡаршы алырға һәм башҡа һорауҙарҙы ҡарайбыҙ.
Рәмилә Исмәғилева




