Өфөлә спорт кейемдәрен тегеү менән мәшғүл ойошма яңы ҡоролмалар һатып алыу өсөн дәүләт субсидияһы менән файҙаланды. Һөҙөмтәлә предприятиеға ике миллион һумлыҡ тегеү ҡоролмаһы килтерелде. Яңыртылған техника ярҙамында эшҡыуарҙар ике тапҡырға күберәк күләмдә кейем етештерә башлаған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ун йыл элек кейем тегә башлаған Ирина Мурзашева яратҡан һөнәренә ғаилә ағзаларын да йәлеп итеп ҙур цех эшен яйға һалған. Тормош иптәше менән улар өҫтәмә тегеүселәр яллап балалар өсөн спорт кейемдәрен тегә башлаған. Сифатлы, сағыу, тын алған махсус спорт әйберҙәре Өфө һәм республика командалары өсөн ҡаралған.
Быға тиклем преддпрятиела кейемдәрҙе тегеү өсөн иҫке ҡоролмаларҙы ҡулланғандар. Былтыр цехҡа ике миллион һумлыҡ киң форматлы плоттер һатып алынған. Сумманың байтаҡ өлөшөн дәүләт тарафынан ҡаралған субсидия аҡсаһы тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә цехта ике аҙна етештерелгән тауар биш көн эсендә тегелеп ҡулланыусыларға оҙатыла.
Еңел сәнәғәт тармағында эшләүсе предприятиелар күләмле дәүләт ярҙамын алыуға эйә. Быйыл төбәктә 46 предприятие сеймал һәм материалдар алыу өсөн субсидия менән файҙаланды. Ташламаларҙың дөйөм күләме 100 миллион һум тәшкил итте.
Ташлама алыу өсөн ғаризалар республиканың сәнәғәт һәм энергетика министрлығында ҡабул ителә. Предприятие етәкселеге дәүләт ярҙамын алыу өсөн заявкаларҙы август аҙағына тиклем тапшыра ала. Махсус ташламалар туҡымалар һәм тире менән эшләүсе ойошмалар өсөн ҡаралған.
Флорида Ким




