Бөгөн Өфөлә бер төркөм алдынғы төҙөүсегә юғары дәүләт наградалары тапшырылды

Хөрмәткә лайыҡлы хеҙмәт. Бөгөн Өфөлә төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тармаҡ алдынғыларын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов тәбрикләне.

Вице- Премьер әйтеүенсә, тармаҡ республика иҡтисадының төп нигеҙҙәренең береһе һәм ул республикала 70 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштерә. Төҙөлөш ирҙәр эше тип һаналһа ла оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләп юғары уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар күп.

Вероника Лыжина, Башҡортостан Төҙөүселәр союзының контроль комитеты белгесе

Мин үҙем төҙөүселәр династияһынан. Ирем дә, ата-әсәм дә төҙөүсе. Был һөнәрҙе мин иң кәрәкле һәм иң рәхмәтлеһе тип һанайым. Тап уларҙың хеҙмәте беҙгә йылы йорттарҙа йәшәү, яҡты мәктәптәрҙә уҡыу, уңайлы дауаханаларға йөрөү мөмкинлеге бирә.

Тап шундай алдынғы ҡарашлы һөнәр оҫталарының бер төркөмө бөгөн маҡтау грамоталары һәм дәүләт наградалары менән билдәләнде. Улар араһында ябай балта оҫталарынан алып заманса техника менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәкселәр ҙә бар. Уларҙың күптәре бар тормошон яратҡан һөнәренә, йорттар төҙөүгә бағышлаған.

Рәйеф Абдрәхимов әйтеүенсә, яратҡан урамдарыбыҙ, боронғо йорттар һәм заманса комплекстар, театр, сауҙа үҙәктәре – былар барыһы ла төҙөүселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Быйыл да улар пандемия шарттарына ҡарамаҫтан яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Төҙөлөш бер генә мәлгә лә туҡтамай.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә бер төркөм алдынғы төҙөүсегә юғары дәүләт наградалары тапшырылды

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ