Әбйәлил районында "Цемикс" заводы эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Предприятие йылына 240 мең тонна ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығара ала. Әбйәлил район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, завод республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Яңы завод халыҡ-ара талаптарға нигеҙләнеп эшләй. Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү – төп бурыс. Шулай уҡ уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Бында эш процесы тулыһынса автоматлаштырылған. Предприятие хеҙмәткәрҙәре Артур Әхмәтйәнов һәм Солтан Буранбаев:
Предприятие Австрияның "Ласселсбергер" холдингына ҡарай. Компаниялар төркөмөнөң 20 дәүләттә 70-кә яҡын предприятиеһы бар. Башҡортостанда инвестор 10 йылдан ашыу эшләй, Әбйәлилдә асылған завод икенсеһе. Объектты сафҡа индереүгә 6 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған.






