Ил президенты “Цемик” заводын төҙөүселәр һәм эшселәре менән осрашыу барышында башҡорт балы хаҡында фекерен белдерҙе.
Владимир Путин әйтеүенсә, Башҡортостан бал етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора. Беренсе баҫҡыста – Приморье крайы. Дәүләт башлығы башҡорт балын яратыуы хаҡында әйтте. “Камераға ҡарап белдерәм. Был бик яҡшы продукт. Тәмләп ҡараным. Бик ҡәнәғәтмен”, - тине дәүләт башлығы.






