Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем инвестициялар күләме ике тапҡыр арта. Радий Хәбиров журналистар менән аралашыу барышында шулай тип белдерҙе.
Владимир Путин республикаға эш сәфәре барышында “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалы менән ҡыҙыҡһынды. Дәүләт башлығы фекеренсә, Башҡортостандағы ярыштар Ҡазанда үткән донъя чемпионатынан да күләмлерәк буласаҡ. Владимир Путин әйтеүенсә, милли чемпионат эшсе кадрҙарҙы әҙерләү өсөн ҙур этәргес булып тора.






