Иҡтисадсылар дәүләт башлығының Әбйәлил районына килеүен шулай баһалай.
Рәсәй Президенты «Цемикс» төҙөлөш ҡатнашмалары заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Пандемия осоронда ил башлығы төбәктәргә бик һирәк сыға. Бындай шарттарҙа Путиндың төпкөл районға килеүе тотош республика өсөн әһәмиәтле.
Был эш сәфәре дәүләт башлығының төбәктең үҫешкә алған йүнәлешен хуплауын иҫбатлай, ти иҡтисадсылар. Бынан тыш сит ил эшҡыуарҙары менән берлектә төҙөлгән заводты асыуҙа ҡатнашыуы инвесторҙар өсөн дә ишара.
Ил Президенты проблемалы төбәккә эш сәфәре менән барыуы икеле. Бындай етәкселәрҙе киреһенсә федераль үҙәккә саҡырып шелтәләйҙәр. Ә Башҡортостанға Владимир Путин башҡаларға үрнәк күрһәтер өсөн килде. «Цемикс» заводы ысынлап та тотош ил өсөн әһәмиәтле объект, ти эксперттар.
Айнур Кәбиров




