Башҡорттарҙың арҙаҡлы улы, мең ырыуы ҡор башына арналған хөрмәт һәм ҡәҙер саралары уның тыуған ауылы Иҫке Ябалаҡлыла ойошторолдо. Ауылдаштары, нәҫел-заттары һәм киң йәмәғәтселек менән берлектә үткәрелгән саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Иҫке Ябалаҡлы ауылы мәсете эргәһендәге майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Сарала меңдәрҙең үткән шанлы тарихында, Нуғай ханлығына ҡаршы көрәштә хәл иткес роль уйнаған Ҡәнзәфәр Мусабей улы хаҡында тарихсы-ғалимдар, дин әһелдәре төпсөрләп йыйыған мәғлүмәттәре менән бүлеште.
Рәсәй дәүләте 1552 йылда Ҡазан ханлығын буйһондорғас, мең ерҙәрендә хакимлыҡ иткән Нуғай мырҙалары мең башҡорттарын да Кубанға күсергә өндәй. Әммә был хәл иткес мәлдә, Ҡәнзәфәр ырыуҙаштарын тыуған ерҙәрен ташламаҫҡа өндәй. Ҡан-ҡәрҙәштәре уның оранын ишетеп, тыуған ерендә ҡалырға ҡарар итә.
Ҡәнзәфәр бейгә ҡағылышлы мәғлүмәттәр араһында Ҡотлояр мулланың шәжәрәһе буйынса Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылында 1532 йылда тыуған һәм 1606 йылдың 8 сентябрендә баҡыйлыҡҡа күсеүе хаҡында бәйән итә. Уның биш улы булған. Кинйә улы Хәжәр Ябалаҡлы ауылында староста вазифаһын үтәгән,ауыл зыяратында ерләнгән.
Иҫке Ябалаҡлы ауылында ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәнгәндән һуң, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов тәҡдиме менән яҡташтары уның тыуған ауылы зыяратында Ҡәнзәфәр Мусабей улының исемен мәңгеләштереп таҡтаташ ҡуйырға ҡарар итә.
1554-1555 йылдарҙа ҡан-ҡойоштарҙан тамам арыған мең башҡорттары 23 йәшлек Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә Рус батшаһының Ҡазандағы идара башлығына барып, һөйләшеүҙәр үткәрә. Ете диңгеҙ кискән оҫта илсе-дипломат башҡорт ырыуҙары араһында тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылырға теләк белдерә һәм был сәйәси аҙымды рәсми документ жалованный грамота менән нығыта. Һөҙөмтәлә ырыуҙаштарының именлеге һәм артабанғы үҫеше билдәләнә.
Ҡәнзәфәр бей исеме Благовар районының Бәлешле ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәккә бирелгән. Скульптор һәм йәмәғәт эшмәкәре Рафаэль Зиннуров тарафынан уның бюсы эшләнелә.
Ҡәнзәфәр бей үҙ дәүеренең зыялы башҡорто, алға ҡарап фекер йөрөтөүсе илсе булараҡ халҡыбыҙ араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 460 йыл тулыу айҡанлы Ҡәнзәфәр бей исеме лә лайыҡлы урын алыр тигән теләктә ҡала бөгөнгө сараны ойоштороусылар.
Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған ауылы. 8 cентябрҙә мең ырыуының ҡор башы, башҡорт халҡының аҫыл улы Ҡәнзәфәр бейҙең вафат булған көнөндә уның исемен мәңгеләштереп, ауылдың төп урамында,тап ошо урында мемориаль комплекс асыласаҡ.
Гүзәл Борханова




