Владимир Путин менән Радий Хәбиров Әбйәлил районында «Цемикс» заводы хеҙмәткәрҙәре һәм подрядсы ойошмалар вәкилдәре менән дә осрашты. Һүҙ төрлө темалар хаҡында барҙы.
Кешеләрҙе яңы предприятиелар, социаль обьекттар төҙөү, инфраструктура менән бәйле һорауҙар ҙа, дәүләь программаларында ҡатнашыу мөкинлектәре лә ҡыҙыҡһындыра. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, төҙөлөш тармағында ҙур маҡсаттар тора, әле 80-85 миллион квадрат метр төҙөлһә, алда 100 милион квадрат метрға етеү.
Владимир Путин Әбйәлил районында сафҡа индерелгән заводтың кимәлен дә юғары баһаланы һәм республика башлығы Радий Хәбировҡа уңайлы эш шарттары тыуҙырған өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мәсьәләһе лә күтәрелде.
Розалия Булатованы йорттарҙы бушлай газификациялау ҡыҙыҡһындыра. Ил башлығы белдереүенсә, шәхси хужалыҡ биләмәһенә тиклем газ торбаһы бушлай һалына, ә ихатала милекселәр иҫәбенә. Әммә әле сығымдарҙы кәметеү мөкинлектәре ҡарала.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Ирина Жигалева иһә умартасыларға ҡаралған дәүләт ярҙамы хаҡында белеште. Владимир Путин тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән программа ҡабул ителеүен белдерҙе һәм башҡорт балының уникаллеген билдәләп уҙҙы.
Рәмзиә Кәримова




