2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика иҡтисадына инвестициялар күләме 365 миллиард һум тәшкил иткән

Был турала Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, 2024 йылға тиклем был күрһәткесте 600 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бер мең ярым инвестиция проекты бар. Дөйөм портфель – 900 миллиард һум, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе эшкәртеү секторы иҫәбенә үҫә башлаған. Йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы 102,4 процент тәшкил иткән.

«Был илдәге уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда әллә ни юғары түгел. Быға файҙалы ҡаҙылмаларҙы, шул иҫәптән нефть табыу күрһәткесенең түбәнәйеүе ҡамасаулай. Шуға күрә төбәктә үҫеш тап сәнәғәт, эшкәртеү тармағы, йыһаздар, быяла етештереү иҫәбенә бара», – тине Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров Рәсәй Президентынан студенттар кампусты төҙөү өсөн федераль финанслау бүленгән 5 төбәк исемлегенә инеүҙә һәм карбон полигондары булдырыу буйынса федераль тәжрибә майҙансығы тип иғлан ителгән төбәктәр иҫәбенә эләгеү ҙә ярҙам һораны. Владимир Путин, был һорауҙар хәл ителәсәк, тине.

Фото №1 - 2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика иҡтисадына инвестициялар күләме 365 миллиард һум тәшкил иткән

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ