Бөгөн төҙөүселәр көнө билдәләнә

Был дата йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. 2011 йылдан был байрам федераль статус алған. Беҙҙең илдә тәүге тапҡыр төҙөүселәр көнө 1956 йылдың 12 авгусында билдәләнгән. Башҡортостанда бөгөн төҙөлөш тармағында 9 мең самаһы ойошма, 70 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Республика пандемия шарттарына ҡарамаҫтан, төҙөлөш өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, ти вице-премьер Рәйеф Абдрәхимов.

Бөгөн төҙөүселәр көнө билдәләнә

Республика төҙөүселәре алдында етди бурыстар тора. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Ул федераль статус алды. Ошо ваҡытҡа театр, музей, медицина һәм спорт учреждениелары, яңы күперҙәр, юлдар төҙөлөргә һәм реконструкцияланырға, урамдар һәм йорттарҙың тышҡы йөҙө тәртипкә килтерелергә тейеш. 

Фото №1 - Бөгөн төҙөүселәр көнө билдәләнә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ