Башҡортостанда 22 урында урман янғыны менән көрәшәләр

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә  11 урман янғыны теркәлгән. Ейәнсура, Йылайыр, Әбйәлил, Бөрйән һәм Баймаҡ урмандарында 11 янғын һүндерелгән. Әле Башҡортостанда 22 урында урман янғыны менән көрәшәләр. Утты һүндереүгә 800-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Ауылдарға хәүеф янамай, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда 22 урында урман янғыны менән көрәшәләр
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ