Башҡортостанда «Урал легендаһы» поезының маршруты үҙгәртелде

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Куйбышев тимер юлдары менән берлектә халыҡ һорауы буйынса 16 февралдән «Урал легендаһы» поезының яңы расписаниеһын индерә. Тәү сиратта туристарға тәғәйенләнгән поезд хәҙер Абҙаҡтың үҙенә тиклем барып етәсәк. Белореттан тау саңғыһы комплексына йөрөгән автобус маршруты туҡтатыла.

Фото №1 - Башҡортостанда «Урал легендаһы» поезының маршруты үҙгәртелде

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус электричка аҙнаһына өс тапҡыр – йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә юлға сыға. Билет 600 һум тора. Төбәктә льготаға эйә булғандарға һәм уҡыусыларға 50%-лыҡ ташлама ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал легендаһы» поезы өсөн Куйбышев тимер юлы 194 кеше һыйҙырышлы РА-2 сериялы 3 вагонлы рельс автобустары бирҙе. Улар сымһыҙ интернет системалары һәм гаджеттарҙы зарядлау ҡулайламалары, биобәҙрәфтәр, уңайлы ултырғыстар һәм спорт инвентары өсөн кәштәләр менән йыһазландырылған.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ