“Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана. Яңы йорттар, биналар һәм йәшәгән урыныбыҙҙа булдырылған уңайлы шарттар өсөн беҙ һеҙгә рәхмәтле”. Радий Хәбиров бөгөн төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһында шулай тип белдерҙе.
Бөгөн 77 төҙөүсегә орден, Почет грамотаһы һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды.
Башҡортостанда төҙөлөш әүҙем бара. Бөгөн республикала мәктәп, медицина учреждениелары, балалар баҡсаһы һәм спорт комплекстары – бөтәһе 170 объект төҙөлә. Ярты йыл эсендә иһә 1 миллион 300 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.






