Республикала 1 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка эшләткән

Башҡортостанда коронавирустан прививканың ике компонентын да алыусылар 1 миллиондан ашты. Республика халыҡты вакциналау тиҙлеге буйынса илдә 13-сө урында килә. Сирлеләр һаны буйынса 82-се баҫҡыста тора. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-пермьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Республикала 1 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка эшләткән

Республикала вакциналау урындары арттырылды. Хәҙер улар 208. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иртәгә коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышын үткәрергә ҡушты.

Республикала 1 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка эшләткән

Үткән тәүлектә республикала 275 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Стационарҙа 600-ҙән ашыу пациент ята, уларҙың 49-ы ауыр хәлдә. 3 меңгә яҡын кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Фото №1 - Республикала  1 миллиондан ашыу  кеше  коронавирустан прививка эшләткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ