Өфөгә НХЛдың төп трофейы - Стэнли Кубогы килтерелә. Уны сентябрь башында көтәләр. Кубокты "Салауат Юлаев" клубы тәрбиәләнеүсеһе, "Тампа Бэй" командаһы ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский алып ҡайта. Ҡабул ителгән йолаға ярашлы, Стэнли кубогын яулаған хоккейсыларҙың һәр береһе уны тыуған төйәгенә алып ҡайтып күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.




