Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы башланғысы менән булдырылған. Уның маҡсаты - аҙ һанлы халыҡтарҙы юғалыуҙан һаҡлау, һәр милләткә үҙ телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм һаҡлауға мөмкинлек биреү. Был йәһәттән белгестәр "билингва" терминын йыш телгә ала. Рус милләтенән булмаған һәм тыуған теле менән рус телен берҙәй яҡшы белгән балаларҙы шулай тип йөрөтәләр. Баймаҡ ҡалаһындағы 2-се урта мәктәп директоры урынбаҫары Неля Рәхмәтуллина фекере.
Аҫаба халыҡ тип ата-бабаларының тарихи ерендә ғүмер итеүсе милләттәр иҫәпләнә. Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу милләт ошо категорияға ҡарай. Иң күптәре - башҡорт, татар, сыуаш һәм чечендар.






