Хәйбулла районында урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы ҡалала. 1 мең ярым гектар майҙанды ут ялмап алған. Урында республиканың бик күп төбәктәренән ирекмәндәр ярҙам итә. Күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар. Республика менән идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская Хәйбулла районынында булып ҡайтҡан.Бөгөн Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ул ошоларҙы белдерҙе:
Елена Прочаковская әйтеүенсә, янғындарға һылтанып аҡса эшләүселәр ҙә бар. Социаль селтәрҙә ирекмәндәр өсөн аҡса йыйыу тураһында мәғлүмәттәр тарала. Был ялған хәбәр. Янғынды һүндереүгә киткән сығымдар республика бюджетынан ҡаплана.






