Әле тейешле тәфтиш эштәре алып барыла, уның һөҙөмтәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 10 урман янғыны теркәлгән. Ут 52 гектарҙан ашыу майҙанды ялмап алған. Айырыуса ҡатмарлы хәл Хәйбулла районында. Төбәктә утҡа ҡаршы көрәшкә махсус хеҙмәттәрҙән тыш ирекмәндәр һәм техникалар йәлеп ителгән. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хәйбулла районы Шайтантау итәгендәге йәшеллек бөгөн тулыһынса янып бөткән тип әйтерлек. Ҡыҙыл әтәс баҫып алған майҙан күләме артмаһын өсөн урында төрлө саралар күрелә. Ерле халыктың кемеһелер ауыл хужалығы техникаһы ярҙамында бураҙналар һалһа, бәғзеләр ҡул көсө менән утҡа ҡаршы көрәшкә сыҡҡан.
Ситтә йәшәп тә тыуған яғына ярҙамға ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел. Был йәһәттән социаль селтәрҙәр мөһим роль уйнаны. Иғлан, саҡырыуҙар ярҙамында ғына уҙған ял көндәрендә Хәйбулла районына йөҙҙәрсә ирекмән йәлеп ителә.
Янғындан күргән зыян күләме әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Малға бесән әҙерләп тә, алып ҡайтып өлгөрмәгән ғаиләләр бар. Ут та бөгөн һүнгән урындан ҡабат тоҡанып киткән осраҡтар юҡ түгел.
Ошоға бәйле, ут телдәре ауылдарға күсмәһен өсөн урында йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Шәмбе көнө мәҫәлән, Йәнтеш ауылы эргәһендә янғын һүндереүгә олоһо ла, кесеһе лә сыға.
Ә был янғындан көл-күмергә ҡалған Аҡташ ауылы эргәһендәге тау битләүе. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ут ағасҡа йәшен атыу һөҙөмтәһендә тоҡанған. Бөгөн биләмәләге янғын тулыһынса һүндерелһә лә ул контролдә ҡала.
Әйткәндәй, янғын йәйге балалар һауыҡтырыу лагерына 200 метр самаһы етмәй ҡала. Бәхеткә, ул көндә өсөнсө смена тамамланып, ял итеүселәр ҡайтыр юлға сыҡҡан булған.
Урман янғынын һүндереү тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Хәйбулла районы биләмәһенән тыш, республиканың башҡа төбәктәрендә лә эш яйға һалынған. Уҙған ял көндәрендә Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бөрйән районы урмандарында ҡыҙыл әтәстең ҡотороуы мәғлүм. Һуңғыһында ут тоҡанған майҙандар һаны рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы тиҫтәнән ашҡан.
Азат Ғәлиуллин




