Коронавирустан үлеүселәрҙең барыһы тиерлек вакцина яһатмаусылар

Республикала вакцина яһатҡандан һуң, коронавирустан үлем осрағы теркәлмәгән. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Вафат булыусылар араһында беренсе компонентты алыусылар бар. Улар хроник сирҙәрҙән яфаланыусылар. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты алтмыш йәштән өлкәндәр һәм улар вакцина яһатмаған. Министр шулай уҡ республикаға вакцинаның ҙур партияһы килтерелеүе хаҡында хәбәр итте.

Коронавирустан үлеүселәрҙең барыһы тиерлек вакцина яһатмаусылар

Әле республикала 1 миллиондан ашыу кеше коронавирустан вакцина яһатҡан. План буйынса, тағы ла 900 мең кешегә прививка эшләтеү бурысы ҡуйыла.

Фото №1 - Коронавирустан үлеүселәрҙең барыһы тиерлек вакцина яһатмаусылар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ