Көрәш буйынса донъя чемпионатына 3 көн ҡалды. Ул юниорҙар араһында үткәрелә. Токиола булған Йәйге Олимпиаданан һуң, спорт донъяһының иғтибары Башҡортостанға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин беҙҙең республика ярышты юғары кимәлдә уҙғарасаҡ, тигән фекерҙә. Был турала ул Әбйәлил районында “Цемикс” заводы эшселәре менән осрашыу барышында белдерҙе.
Юниорҙар араһында донъя чемпионатында 54 дәүләттән 1 мең 500 спортсы ҡатнаша. 13 августа грэпплинг буйынса алыш ойошторола. 16 августа грек-рим һәм ирекле көрәш буйынса ярыштар үтә. Чемпионат 22 августҡа тиклем дауам итә. Эксперттар әйтеүенсә, был чемпионат 2024 йылда Парижда уҙған Олимпия уйындарында ҡатнашыуға дәғүә итеүселәрҙе билдәләү урыны булып тора.




