Радий Хәбиров Хәйбулла районында янғындарға бәйле хәл менән таныша

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре  менән Хәйбулла  районында. Ул  янғынға бәйле хәл менән яҡындан таныша.Авиация ярҙамында күҙәтәбеҙ, һуңынан аныҡ ҡарар була, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытҡа иң күп ут сығанаҡтары Бөрйән районында теркәлгән. Унда 21 урында янғын менән көрәшәләр. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, көстәр етерлек.

Радий Хәбиров Хәйбулла районында янғындарға бәйле хәл менән таныша

Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында ла ут менән көрәшәләр.

Фото №1 - Радий Хәбиров  Хәйбулла  районында янғындарға  бәйле  хәл менән таныша
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ