Документ һайлауҙар барышын күҙәтеүҙе күҙ уңында тота. “Һайлау барышында тауыш биреү өсөн бөтә граждандарға, шул иҫәптән изолятор һәм төрмәләрҙә тигеҙ шарттар булдырыу мөһим”, - ти Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Олег Галин белдереүенсә, изолятор һәм төрмәләрҙә һайлау барышы йәмәғәтселек өсөн асыҡ була. Был иһә унда тауыш биреү ғәҙел үтеүен күрһәтә.
Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау 17, 18, 19 сентябрҙә үтә.






