Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогы өсөн алты команда көс һынаша. "Ағиҙел"дән тыш СКИФ, "Динамо-Нева", 18 йәшкә тиклемге Рәсәй ҡыҙҙары, Ҡытай йыйылма командаһы һәм "Ванке-Рейс" уйынсылары сығыш яһай. Уйындар 14 сентябрҙә башлана һәм 5 көн дауам итә. Был Кубок өсөн беренсе турнир 2019 йылда булды, уны "Ағиҙел" яуланы.




