Баш ҡаланың транспорт артерияһындағы мөһим урында төҙөлөш ярты йылдан ашыу дауам итте. Был осорға үткәүел тулыһынса ябылды. Оҙайлы тығындарҙы иҫкәртеү маҡсатында, юлүткәргестә эштәр тиҙләтелде. Транспорт хәрәкәтенә ул проект мөҙҙәтенән алдараҡ асылды.
7 ай самаһы транспорт хәрәкәте туҡтап торған үткәүелдән тәүге машиналар уҙа. Баш ҡала өсөн был ысынлап та әһәмиәтле ваҡиға. Яңы уҡыу йылы яҡынлаша, тимәк юлдарҙағы көсөргәнешлек артасаҡ ҡына.
Яңы юлүткәргес алты һыҙатлы. Был уның аша күберәк транспорт үтә ала тигән һүҙ. Белгестәр ҡоролманың мөмкинлектәре 30 процентҡа артты тип күҙаллай.
Юлүткәргесте транспорт хәркәтенә асыу эштәр тулыһынса тамамлана тигәнде аңлатмай. Контракт буйынса улар киләһе йылға тиклем дауам итә. Күпер төҙөүселәр үткәүелдең тирә-яғын төҙөкләндерергә, ямғыр улаҡтарын яңыртырға һәм юлүткәргескә күтерелеү һәм төшөү урындарын төҙөкләндерергә тейеш
Октябрь айында иһә Салауат Юлаев проспектында тағы бер мөһим объект, Ағиҙел йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырыла.
Өфө һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Мегаполиста автомобилдәр һаны ла көндән-көн арта бара. Шуға ла күперҙәр һәм юлүткәргестәр төҙөлөшө дәүләт кимәлендә комплекслы ҡараш талап итә.
Баш ҡалалағы транспорт ағымын көйләү маҡсатында Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә Ағиҙел аша йәнә бер күпер проектлана. Ул Ырымбур трассаһындағы көсөргәнешлекте шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин




